Бөгөн Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Шишмәләге сауҙа барышында иң ҙур һәм ауыр ҡабаҡҡа конкурс ойошторолдо. Унда 40-тан ашыу баҡсасы ҡатнашты. Беренсе урынды Әр ауылынан Тимур Ситдиҡов яуланы. Ул үҫтергән ҡабаҡ ауырлығы - 40 килограмдан ашыу. Иҫке Муса ауылынан Динә Гәрәева үҫтергән ҡабаҡ 39 килограмға яҡын тартты. Ул икенсе урынға лайыҡ булды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯрышта тәҡдим ителгән ҡабаҡтарҙы райондың "Нурис" ойошмаһы һатып алған. Аҡса Махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам иҫәбенә күсерелә.