Башҡортостанға Луганск Халыҡ республикаһы делегацияһы килде

Уның составына Красный Луч ҡалаһы колледждары һәм техникумдары вәкилдәре ингән. Ҡунаҡтар алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәгендә урта һөнәри белем биреү системаһы проекттары һәм программалары менән танышты. Шулай уҡ улар белеү биреү йорттарының ҙур предприятиелар менән эш итеү алымдары хаҡында ҡыҙыҡһынды. Рәсәйҙең яңы субъекты делегацияһы Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында ла булды. 4 октябргә тиклем дауам итәсәк сәфәр барышында ҡунаҡтар республиканың башҡа техникумдарына ла барасаҡ. Әйткәндәй, ойоштороусылар Красный Луч уҡыу йорттарының һәр ағзаһы өсөн уның профиленә тап килгән программа әҙерләгән.

Минең өсөн был тәүге тәжрибә. Быға тиклем ҡатнашҡан сараларҙа башлыса тәрбиә мәсьәләләре күтәрелә торғайны.

Наталья Моргунова, Красный Луч төҙөлөш технологияһы һәм ҡулланма сәнғәт колледжының тәрбиә эше буйынса директоры урынбаҫары

Ә был юлы урта һөнәри белем биреүгә ҙур баҫым яһалыуын күрәм. Башҡортостан менән танышыуыбыҙға бик шатбыҙ. Беҙҙе бында бик йылы ҡабул иттеләр, һәр сара юғары кимәлдә ойошторолған.