Илдең оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәткә контракт төҙөргә теләүселәр арта

Көн һайын һайлап алыу пунктына документтарға ҡул ҡуйыу һәм махсус хәрби операция үткәреү биләмәһенә барыу өсөн ир-егеттәр йыйыла. Теләүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа юҡ түгел. Әммә улар өсөн сикләүҙәр бар - уларҙың йәше 45-тән артмаҫҡа һәм медицина профилле белеме булырға тейеш. Хәрби хеҙмәткә контрактты 65 йәшкә тиклемге ир-аттар төҙөй ала. Килешеүгә юғары йәки урта профессиональ белем алған, элек хеҙмәт итмәгән граждандар ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Һәр ғариза биреүсегә инструкторҙар ярҙам итә. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенә 122-се телефоны буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында бирергә мөмкин. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә йылына 3 миллион 725 мең һум аҡса түләнә.