Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан Башҡортостан ирекмәндәре фестивалгә йыйылды

Иглиндә уҙған «Йәндәребеҙ алтын ҡаҙнаһы» тип аталған фестиваль хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Фестиваль Иглин ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙғарылды. Республиканың алты районы һәм ҡалаһының көмөш быуын вәкилдәре аҙнаның сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларының береһендә ҡатнашты. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамай, ҡартайырға һис ашыҡмаған ветерандар үҙҙәренең йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Спорт, мәҙәни сараларҙа һәм конкурстарҙа сығыш яһап, әүҙем тормош позицияһын иҫбатланы.

Һәр район вәкилдәре үҙенсәлекле визит карточкаһын әҙерләгән. Көмөш ирекмәндәр квеста спорт күнекмәләренән алып ижади эштәргә тиклем төрлө заданиеларҙы үтәне. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса командалар араһында ижадҡа тартылыусы, маҡсатҡа ынтылыусы, моң һөйөүсе, иң зирәк, спорт һөйөүсе номинацияларында еңеүселәр билдәләнде:

Фестивалдә ҡатнашыусылар Иглин ауылы буйлап экскурсияла йөрөнө. Көмөш ирекмәндәр Михаил-Архангел ғибәҙәтханаһында, «Бөтәһе лә Еңеү өсөн « штабында һәм Иглин районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.

Яҡшы кәйеф, ихлас хистәр, яңы таныштар һәм дуҫтарса йылы мөнөсәбәт- былар барыһы ла хаҡлы ялдағыларҙы яңы ҡаҙаныштарға һәм еңеүгә илһамландырҙы. Сара Иглин ауылының Еңеү паркында билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә һалыу менән тамамланды.

Гүзәл Борханова