Бүздәктә «Мин Фәләстанды төшөрәм» балалар һүрәте конкурсына йомғаҡ яһалды

Бүздәк район мәҙәниәт йортонда «Мин Фәләстанды төшөрәм» беренсе халыҡ-ара балалар һүрәте конкурсына йомғаҡ яһалды.

Күргәҙмәлә Башҡортостан,Татарстан республикалары, Ульяновск өлкәһе ауыл-ҡалаларынан, Фәләстан һәм Иордания балаларының төрлө стилдәрҙә һәм йүнәлештәрҙәге эштәре күрһәтелде. Һынлы сәнғәт халыҡтар араһында мәҙәни алмашыу һәм хеҙмәттәшлектең сағыу өлгөһөнә әүерелде.

Бассам Фәтхи Әл-Балауи император православ Фәләстан йәмғиәте халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһының сыуаш төбәк бүлексәһе етәксеһе

Бүздәк районында һәләтле балалар һәм халыҡ менән тәүгә осрашам. Был тархи көн, «Мин төшөрәм» халыҡ-ара балалар конкурсы Ер шарының төрлө ҡитғалары малай-ҡыҙҙарының дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ сараһы.

Бүздәк районынан күргәҙмәлә 26 йәш рәссам ҡатнашты. Ижади тырышлыҡтары өсөн йәш ҡылҡәләм оҫталарына дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Халыҡ-ара һынлы сәнғәт сараһы сиктәрендә сараны ойоштороусы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәкил Шәйхетдинов иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнде.