Быйыл 7 айҙа ике арала тауар әйләнешенең 98 проценты беҙҙең республиканан экспортҡа тура килгән. Был турала Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева белдерҙе. - Башҡортостандан башлыса яғыулыҡ, химия сәнәғәте тауарҙары, ағас, металл, аҙыҡ-түлек оҙатылды, - тине ул.