Өс номинацияның барыһында ла еңеү яулаған яҡташтарыбыҙҙы Радий Хәбиров ҡотланы. Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, айырым номинацияларҙа лауреат була торғайныҡ, тик бер юлы өс еңеү яулағаныбыҙ юҡ ине әле. Ҡотлайым, ғорурланам.
Был һуңғы йылдарҙа күп функциялы үҙәкте камиллаштырыу буйынса ҙур һәм планлы эш һөҙөмтәһе. Офистар халыҡтың төрлө категориялары өсөн уңайлы ителә, мөрәжәғәт итергә мөмкин булған мәсьәләләр исемлеге киңәйтелә, яңы дәүләт хеҙмәттәре электрон төргә күсерелә. Йыл һайын беҙҙең күп функциялы үҙәктәр 3 миллиондан ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Ә республикала бөтәһе 77 күп функциялы үҙәк офисы һәм 443 территориаль структура бүлексәһе бар. Ҙур командаға эше өсөн рәхмәт белдерәм, тип яҙған Башҡортотсан башлығы.