Улар өсөн яңы күперҙә ситке һыҙат бүленә. Был ҡарар яһалма ҡоролманың иҫкереүе менән бәйле ҡабул ителгән. 1971 йылда файҙаланыуға тапшырылған Затон күпере ярты быуаттан ашыу хеҙмәт итә. 2019 йылдағы тикшереүҙәр уның ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булмауын күрһәтә, ә яңыраҡ ул авария алды хәлендә тип таныла. Әйткндәй, ҙур йөк машиналары өсөн юл быйыл яҙ ябылырға тейеш була, әммә көҙгә тиклем кисектерергә ҡарар ителә. Бөгнөгә хеҙмәткәрҙәрҙ юл аша сығыу юлын әҙерләгән, юлдарға асфальт түшәгән, тимер-бетон блоктар, бағаналар һәм яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырған.