Мәғариф аллеяһы Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙанында «Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса барлыҡҡа килде. Сара сиктәрендә республика район-ҡалаларында 40 меңдән ашыу төп ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһында.
Өфөнөң рәсми булмаған гимнында йырланыуынса, япраҡ ҡоя-ҡоя был йүкәләр уларҙы ултыртҡан уҡытыусы һәм студенттар тураһында һөйләйәсәк. Мәғариф аллеяһы Октябрь революцияһы урамы буйлап барлыҡҡа килде. Һәр бер ағас илдең ниндәйҙер педагогик вузы исемен йөрөтәсәк. Йәмғеһе улар 37.
Башҡортостанға ҡунаҡҡа Воронеж, Яр Саллы, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙан педагогтар килгәйнеләр. Өфөлә туған университетыбыҙ исемен йөрөткән ағас үҫеүе - беҙҙең өсөн дуҫлыҡ билдәһе, тине улар.
Ошондай уҡ тематик аллея Дим биҫтәһендә лә барлыҡҡа килде. Бында хатта аллея ғына түгел, тотош сквер яһағандар. Майҙанда тротуарҙар һалынған, юл асфальт менән ҡапланған. Бөгөн ултыртылған муйыл, саған, ҡарағай, сирен, алма ағастары яңы скверҙы тағы ла нығыраҡ йәмләйәсәк. «Баласаҡ аллеяһы»н уҡыу һәм спорт алдынғылары, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр ултыртты.
Ә баш ҡаланың Революция урамын 20 миләш биҙәйәсәк. Кисә ошонда уҡ 200 төп гортензия сәскәләре ултыртылған. Тантаналы шарттарҙа ҡаланы йәшелләндереүҙә махсус хәрби операцияның «Гриф» ҡушаматлы яугиры ла ҡатнашты.
«Йәшел Башҡортостан» республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында гөрләне. Әйтәйек, Иглин ауылы «Дуҫлыҡ» биҫтәһендә 30 шыршы ултыртылды. Сарала балалар ҙа ҡатнашты.
Йолаға ярашлы, һәр бер үҫентегә куар-код та эленде. Унда ағас һәм уны ултыртыусы тураһында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.
Рәзилә Ғилметдинова