Өфөлә Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә Асыҡ ишектәр көнө үтте

Өфөнөң 450 йыллығына арнап Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә Асыҡ ишектәр көнө үтте. Ике йөҙгә яҡын кеше банк эше тарихы менән танышып, финанс грамоталығын арттырҙы. Лекцияларҙа үҙеңде һәм яҡындарыңды кибермутлашыусыларҙан һаҡларға, ғаилә бюджетын төҙөргә өйрәттеләр, һаҡлыҡҡа аҡса йыйыу программаһы, һанлы һум тураһында мәғлүмәт еткерелде. Теләге булғандар оҫталыҡ дәрестәрендә, викторинала ҡатнашты. Балалар өсөн уйындар уҙғарылды.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек күрһәтеү йылында беҙ күреү һәләте насар булған үҫмерҙәр өсөн финанс грамоталыҡ буйынса айырым лекция ойошторҙоҡ. Шулай уҡ быйыл Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан финанс викторина һорауҙары баш ҡала менән бәйле булды.

Лилиә Яҡупова Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе - Милли Банк идарасыһы урынбаҫары