Өфөлә экстремаль хәлдәрҙә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләнеләр

Тәбиғәттә үҙеңде нисек һаҡларға? Бөтә донъя туризм көнө уңайынан ҡотҡарыусылар Өфөнөң ART-квадратында интерактив майҙансыҡ ойошторҙо. Унда теләгән һәр кемгә экстремаль хәлдәрҙә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләнеләр.

Мәҫәлән, альпинист төйөнөн бәйләүҙең практик алымдары күрһәтелде, шулай уҡ манекенда йөрәк-үпкә реанимацияһын эшләргә өйрәттеләр. Бында үҙеңде янғын һүндереүсе ролендә лә һынап ҡарарға мөмкинлыу тыуҙы, ҡайһы берәүҙәр ут менән көрәшселәрҙең кейемдәрен кейеп ҡараны. Майҙансыҡта Торин ҡушматлы эт менән кинолог та эшләне. Билдәле булыуынса, дүрт аяҡлы ҡотҡарыусы бер нисә тапҡыр юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә ҡатнаша.