Нуғай ауылында йәшәүсе үҙ ихатаһында ҡомартҡы күргәҙмәһе ойошторған

Теплица урына тирмә, ә тирмәлә музей. Нуғай ауылында йәшәүсе ханым үҙ ихатаһында ҡомартҡы күргәҙмәһе ойошторған. Заманса тирмә эсендә ике йөҙ йыллыҡ тарихы булған экспонаттар ҙа күрергә мөмкин. Һәм был музейҙы ул тулыһынса үҙ көсө менән туплаған.

Шәхси музейҙың иң уникаль экспонаты. Әлфиә ханыма ул ҡәйнәһенән ҡалған. Ә уға ҡарт өләсәһенән ҡомартҡы булараҡ күскән. Камзулдағы тәңкәләрҙең ҡайһы берҙәре 1700 йылдарҙа һуғылған. Ә бына был таяҡ ябай түгел. Уны Әлфиәнең оло ҡайныһы Карпат тауҙарына үрләгәндә таянып барған, ә уның эсендә еҙ ҡурай ҙа һаҡлана.

Көнкүреш кәрәк яраҡтары, милли кейем өлгөләре, боронғо яҙмалар. Тәүҙә ҡомартҡыларҙа Әлфиә ханым үҙе туплаһа, һуңынан уға таныш-белештәре лә килтерә башлай. Ошо рәүсешле бер музейлыҡ экспонаттар йыйыла. Уларҙың һәр береһе тарих һаҡлай. Тап үткәндәргә, үҙ асылыбыҙға ҡайтарыу теләге музей ойошторорға этәрҙе лә инде, ти Әлфиә.

Ихата эсендә булыуға ҡарамаҫтан, музей ишектәре һәр кемгә асыҡ.. Әлфиә ханым экспонаттарҙы күрһәтеү генә түгел, уларҙың тарихы менән таныштырырға әҙер. Киләсәк быуын халҡыбыҙҙың үткәнен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, традицияларын белеп үҫергә тейеш. Шул саҡта ғына ышаныслы алға ҡарай алабыҙ, ти тирмә-музей директоры.