Башҡортостанда һунарға рөхсәт электрон йәрәбә аша бирелә

Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифһаын башҡарыусы Нияз Фазылов белдерҙе. Электрон йәрәбәлә ҡатнашыусыларҙан тәүге ғаризалар киләһе йылдың майында ҡабул ителә. Бурһыҡ һәм һыуыр ауларға рөхсәт була. 2025 йылдың авгусында мышы, ҡоралай, айыу, һеләүһен, һыуһар аулау өсөн йәрәбә һалына.