Башҡортостанда автобустар тикшерелә

Республика автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, профилактик сара старт алды. Уның барышында  автобустарҙың төҙөклөгөнә, документтар теүәллегенә, водителдәрҙең эш һәм ялрежимы үтәлешенә айырыуса иғтибар була. - Төп маҡсат - йәмәғәт транспортында йөрөүселәр хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, - ти ведомство башлығы Владимир Севастьянов.