Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы МХО биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте

Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә. Бөгөн иртә менән «Өфө-Арена» эргәһендәге майҙандан бер төркөм яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Хәрби комиссариат, район хакимиәте вәкилдәре үҙ сығыштарында ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләне. Яугирҙарҙы ғаиләләре, туғандары оҙатты. Ир-егеттәр алғы һыҙыҡта республика ярҙамын тойоп эшләй, үҙҙәре менән дә гуманитар ярҙам алғандар.