Өфөлә «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы үтте

Туризм өлкәһендә үҙ эшен асҡан кәсеп оҫталары өсөн. Оҫталар «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы сиктәрендә ярышты. Өфө районы Дорогин ауылынан Гөлсөм Хөсәйенова Дим буйы башҡорттарының күкрәксә күсермәһен алып килгән. Үҙе аутентик материалдарҙан милли кейем өлгөләрен тергеҙеү менөн шөғөлләнә. Түшелдерек, һаҡалдарҙы боронғо көмөш тәңкәләр, ҡыҙыл мәрйендән муйынсаҡтар, тәбиғи таштар менән биҙәй, ә ситтәрен кител төймәләр менән нығыта.

Башҡортостандан 100-ҙән ашыу оҫта һәм һөнәрсе үҙенсәлекле сувенирҙар тәҡдим итте. Уларҙың эштәрен туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендәге белгестәр баһаланы. Төп критерийҙарҙың береһе - изделиеның үҙенсәлеге. Бынан тыш, сувенирҙы төрөүгә лә етли иғтибар бирелә. Бөтә Рәсәй конкурсына нигеҙ һалыусы етәкселегендәге эксперт советы иң яҡшы эштәрҙе һайлап алды. Уларҙың авторҙарын башта округ этабы көтә, һуңынан улар Бөтә Рәсәй этабында көс һынашасаҡ. Дөйөм милли финал Пермдә декабрь башында уҙғарыла.