Социаль учреждениеларҙа 1 октябрҙән йылытыу миҙгеле башлана

Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Көн тәртибендә шулай уҡ урып-йыйыу компанияһы барышы, мәктәп стоматология кабинеттарын яңыртыу, эш урындарын рәсмиләштереү менән бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Көндәр аяҙ, йылы торһа ла, көҙ үҙенекен итә. Төндә ҡапыл һыуыта, айырым райондарҙа ҡырау төшөүе күҙәтелә. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, йылытыу миҙгеле һауа температураһы биш көн дауамында 8 градустан түбән булғанда башлана. 1 октябрҙән социаль учреждениеларҙа, 7-нән торлаҡ йорттарға йылылыҡ бирелә.

Йылытыу миҙгелен башлау бик ваҡытлы. Сөнки әлеге ваҡытта республикала йоғошло сирҙәр менән ауырыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә 255 кешегә ковид диагнозы ҡуйылған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре әйтеүенсә, республикала әле профилактика эшенә ныҡлы иғтибар бирелә. Сәләмәтлек поезы менән райондарға сыҡҡанда ғына 41 мең медицина тикшереүе үткәрелгән.

Андрей Назаров медицина хеҙмәткәрҙәренә Мәғариф министрлығы менән берлектә мәктәп стоматология кабинеттарын яңыртыу бурысын да ҡуйҙы. Быйыл 16 кабинет төҙөкләндерелгән, киләһе йылда ла 2 тиҫтәгә яҡын стоматолия бүлмәһен ремонтлау планлаштырыла. Улар заманса талаптарға яуап бирә һәм берҙәм стилдә йыһазландырыла.

Оператив кәңәшмәлә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү тураһыда ла һүҙ барҙы. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй халҡының 18 проценты хеҙмәт хаҡын конвертта ала. Был берҙән түләнмәгән һалымдар, икенсенән хеҙмәткәрҙең социаль гарантияларһыҙ ҡалыуы тигән һүҙ. Башҡортостанда быйыл ғына 28 мең кешене йәшерен секторҙан сығарып рәсми рәүештә теркәгәндәр.

Башҡортостанда шулай уҡ донъя кимәлендәге күләмле сараларҙы ҡабул итеүгә әҙерлек бара. Октябрь уртаһында Өфөлә «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара форумы үтә. Сара барышында Өфөлә Фехтование Һәм ишкәкле слалом үҙәктәре, Нефтекамала Амфибия комплексы үҙ ишектәрен аса.

Рәмзиә Кәримова