Бөгөн яҡынса 2 миллион ярым тоннанан ашыу татлы тамыр ҡаҙып алынған, ул төбәк ихтыяжынан 7 тапҡырға тиклем юғары. Республикалағы ике шәкәр заводы ла эш күләмен арттырып үтәүгә күскән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Завод биләмәһенә инер алдынан, татлы тамыр тейәгән машиналар үлсәү аша үтә. Артабан сеймал лабораторияла тикшерелә. Бында батҡаҡтан һәм таштан таҙартылған сөгөлдөрҙөң шәкәр торошо билдәләнә. Шәкәр миҡдары 16 проценттан да түбән булмаҫҡа тейеш.
Йыуып-таҙартылған шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеүе еңел булһын өсөн, ул ваҡ итеп турала. Ошо ваҡытта уҡ уның татлы тәмен һиҙергә мөмкин. Шишмә шәкәр заводы етештереү процессын былтырғыға ҡарағанда иртәрәк башлай.
Бер нисә цехтан торған шәкәр заводы тулыһынса заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыла. Мәҫәлән, вакуум аппараттары эшен компьютер артында ғына ултырып көйләргә мөмкин. Татлы тамырҙың шәкәр кимәлен үлсәү иһә һәр ваҡыттағыса иғтибар үҙәгендә. Әйткәндәй, бында шәкәр кимәле 14 процент тәшкил итә. Көҙгә табан татлы тамыр тағы ла шәкәрләнә. Уның кимәле 20 процентҡа етеүе ихтимал.
Шәкәр заводы продукцияны башлыса экспортҡа оҙата. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстан - Шишмә продукцияһы оҙатылған илдәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Республикала бөгөн тик ике шәкәр заводы эшләүе билдәле. Татлы тамырҙы эшкәртеүҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Әлшәй һәм Шишмә районы предприятиеларында етештереү ҡеүәтен яңыртыу эше лә алып барыла.
Азат Ғәлиуллин