Рәсәй кимәлендә тәүге тикшеренеүҙәр. Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары нефть химияһы ҡалдығы булған мейес ҡоромон эшкәртеү буйынса ҡулайлама уйлап сығарған. Уның ярҙамында композициялы материалдар, шул иҫәптән, резина, пластмасса, керамика әйберҙәрен етештереүҙә ҡулланылған күп ҡатламлы графен алына. Производство плазма химияһы ысулы менән ойошторолған: яҡынса 5 мең градус температура һәм юғары ток көсөндә ҡулайламала углерод сеймалы молекулары атомдарға тарҡала, һөҙөмтәлә матур формаһы булған графен барлыҡҡа килә. Киләсәктә үлсәме буйынса ҙурыраҡ ҡоролма эшләү ҡаралған.
Лаборатория Халыҡ-ара студенттар кампусының IQ-паркында урынлашҡан. Бында тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Йәш ғалимдар юғары сифатлы графен алыу буйынса эште әүҙемләштерергә теләй. Тикшеренеүҙәр «Өҫтөнлөк 2030» программаһына ярашлы Өфө дәүләт нефть техник университетының «Яңы иҡтисад химияһы» стратегик проекты буйынса ойошторолған