Беҙҙең республика программаны тормошҡа ашырыу буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инде. Шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Иң яҡшы төбәк концерт майҙансығы» номинацияһында еңеү яуланы. Һуңғы йыл ярым эсендә программа буйынса бында 80 меңдән ашыу билет һатылған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.
«Программа Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән 2021 йылдың 1 сентябрендә старт алды. Ошо ваҡыт эсендә «Пушкин картаһы»н 339 меңдән ашыу кеше рәсмиләштерә. 2024 йыл башынан республика балалары 313 миллион һумға 772 мең билет һатып алған. Әлеге күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә өсөнсө урында» тип яҙған Башҡортостан башлығы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Пушкин картаһы»н 14 йәштән 22 йәшкә тиклемгеләр рәсмиләштерә ала. Иҫәптәге 5 мең һумды йыл дауамында музей-театрҙарға, кино- концерттарға йөрөүгә тотонорға мөмкин. Был йәштәрҙе мәҙәни сараларға йөрөргә дәртләндерә, уларҙа яҡшы зауыҡ һәм эрудицияһын формалаштыра.