Бөгөн халыҡ-ара музыка көнө. Туймазы районы «Дуҫлыҡ» халыҡ ансамбле лә өс тиҫтә йылдан ашыу милли моңға тоғролоҡ һаҡлай. Ижади коллектив - республика һәм халыҡ-ара музыкаль конкурс һәм фестивалдәр еңеүселәре. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Сығыш яһар алдынан, тауышты асыу - артист өсөн мотлаҡ шарт. Күнекмәне ансамбль солистары өсөн музыка уҡытыусыһы Әлиә Закирова үткәрә. Әйткәндәй, уның әсәһе лә ошо коллективта йырлай. Репертуарҙы артистар бергәләп һайлай.
Коллектив репертуарына 100-ҙән ашыу композиция инә. Уларҙың байтаҡ өлөшө - башҡорт халыҡ йырҙары. Коллективтағы хатта рус милләт вәкилдәре лә башҡортса һүҙҙәрҙе ятлап, тамашасыларҙы милли моң менән ҡыуандыра.
Ансамбль - райондың даны, уны бөтә республикаға танытҡан ижади биҙәге. Коллектив төбәк, халыҡ-ара музыкаль бәйгеләр еңеүсеһе. «Дуҫлыҡ»тарһыҙ райондағы бер сара ла үтмәй. Ансамблдең исеме лә есеменә тура килеп тора. Ижади коллектив ғаилә ағзаларын ғына түгел, әхирәт-дуҫтарҙы ла моң аша берләштерә.
Ансамблдә 10 һәүәҫкәр артист иҫәпләнә, башлыса хаҡлы ялдағы ханымдар. Иң өлкән солистҡа 78 йәш. Тиҫтә йылдан ашыу ижади төркөм «халыҡ» исемен ғорур йөрөтә. Йәмғеһе ансамбль 30 йылдан ашыу эшләп килә. Ағзалары алмашынһа ла ижади традициялары үҙгәрешһеҙ: мәңгелек милли моңдарҙы халыҡҡа еткереү һәм уларҙы һаҡлап, йәш быуынға тапшырыу.
Рәзилә Ғилметдинова