Был турала Республика Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдерҙе. - Йылы күленән даими һыу бирелә, спортсылар йыл әйләнәһенә шөғөлләнә аласаҡ. Каналдың оҙонлоғо - 260 метр. Федераль һәм халыҡ-ара турнирҙар өсөн - стандарт, - тине Андрей Назаров. Тиҙҙән, "Рәсәй - спорт державаһы" форумы барышында ишкәкселәр комплексында тәүге халыҡ-ара ярыштар уҙғарыласаҡ.