Өфөнөң генерал Рыленко менән Пугачев урамдары киҫелешендәге юл үткәргес сафҡа инде

Радий Хәбиров баш ҡаланың Көньяҡ ҡапҡаһын 1 октябрь асырға ҡушҡайны. Ул этаптарға бүленеп эшләнә. Төҙөлөш ике йыл элек башланғайны. Объектты файҙаланыуға тапшырыу даими күсерелеп килде. Бөгөн 7 һыҙатлы генерал Рыленко урамы һәм уны Пугачев урамы менән тоташтырыусы юл үткәргес файҙаланыуға тапшырылды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Пугачев, генерал Рыленко һәм Бородин урамдарын тоташтырыусы юл үткәргестән тәүгеләрҙән булып ҡеүәтле техника үтте. Ваҡиғаны баш ҡаланың барлыҡ водителдәре көтөп алды. Был - иң ҙур транспорт проекттарының береһе. Ул 2 саҡрымдан ашыу булған Пугачев урамын реконструкциялауҙы, генерал Рыленко урамын һәм уларҙың тоташҡан урынында юл үткәргес төҙөүҙе күҙ уңында тота. Һәр объект өсөн айырым подрядсылар яуаплы.

Күләмле проектты тормошҡа ашырыу өсөн майҙан 250 объекттан таҙартылған, 15 киломтерҙан ашыу селтәр яңынан ҡоролған. Ә бына Рыленко урамындағы участкала эшкә тотонор алдынан подрядсыларға йырын буйлап аҡҡан шишмә менән проблемаларҙы хәл итергә тура килгән. Хәҙер Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенә 7 һыҙатлы киң урам алып сыға. Текә үргә ҡарай һыҙаттар һаны күберәк, был башҡа автоһәүәҫкәрҙәргә ҡамасауламай ғына йөк машиналарына менеү мөмкинлеген бирә.

Пугачев урамы 2025 йылдың 3 кварталында тулыһынса әҙер буласаҡ, тип күҙаллана. Төҙөлөш ер участкалары һәм биналар хужалары менән тыуған бәхәстәр арҡаһында оҙаҡҡа һуҙыла. Милек хужалары күсенеү менән риза булмай, шуға күрә эште суд аша хәл итергә тура килә.

Көньяҡ ҡапҡаһы проектының башҡа урындарында ла эш дауам итә. Бер нисә объект буйынса суд процестары бара, был ҡайһы бер участкаларҙа эште тотҡарлауға килтерә. Шуға ҡарамаҫтан республика башлығы ҡуйған бурыстар үтәлсәк.

Ратмир Мәүлиев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы

Яңы юл үткәргестә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар ҡаралған. Шулай уҡ ике йәмәғәт транспорты туҡталышы буласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова