Әле республика райондарында майлы культура 5 мең гектар майҙанда йыйып алынған. Ауыл хужалығы эшсәндәре гектарынан уртаса 15 центнер ҡеүәте менән уңыш һуғып ала һәм был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда, 2 процентҡа күберәк. Йәрмәкәй районы баҫыуҙарында көнбағыш йыйыу тамамланыу алдында . «Байрак» йәмғиәте аграрийҙары алдағы ике-өс көндә көнбағышты теүәлләп, етен һуғырға төшөргә әҙерләнә .Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында
Баҫыуҙарҙан йыйылған бойҙай, һоло, арпа, иген элеваторҙар ҡураларына оҙатылған. «Байраҡ» йәмғиәте аграрийҙарының әле бөтә иғтибары майлы культураларға йүнәлтелгән. Хужалыҡта барлығы 500 гектар майҙанда көнбағыш сәселгән, 350 гектар ерҙә уңыш йыйып алынған да инде.
Хужалыҡ аграрийҙары ҡалған көнбағышты алдағы ике-өс көндә йыйып алырға өмөтләнә. Әммә был тиҙлек эш бөттө тигәнде аңлатмай - етен һуғыуҙы ла тиҙ арала тамамларға кәрәк ти, ауыл хужалығы эшсәндәре .
Йәрмәкәй районы буйынса быйыл 65 мең гектар майҙанда сәсеү эштәре башҡарылған. Оҙайлы ямғырҙар менән бәйле байтаҡ хужалыҡтарҙа бойҙайҙың сифаты түбән, шуға ла аграрийҙар майлы культуралар уңышы һынатмаҫ тип ышана. Дөйөм республика буйынса быйыл яҙғы сәсеү эштәре барышында 478 мең гектар майлы культуралар ултыртылған.
«Байраҡ» йәмғиәте эшселәре башҡа район аграрийҙары кеүек үк көҙгө ямғырҙарға тиклем урып -һуғыу эштәрен тамамлау маҡсатын ҡуя. Киләһе баҫыу миҙгеленә тупраҡты, орлоҡтарҙы әҙерләп ҡуйыу эшендә теүәлләргә кәрәк. Ауыл хужалығы эшсәндәре уңышты һәм етештерелгән продукцияны килемле хаҡҡа һатып баҫыу миҙгелен ҡәҙимғе эш тәртибендә тамамларға өмөтләнә.
Флорида Ким