- Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бында халыҡ-ара форумға ҡағылышлы бөтә һорауҙарға яуап алырға мөмкин, - тип белдерҙе Спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов. Белешмә алыу өсөн 8-800-302-75-02 номеры булдырылған. Ил буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин. "Рәсәй - спорт державаһы" форумы Өфөлә 17-19 октябрҙә уҙғарыла.