Мал-тыуарҙың иҫәбе булырға тейеш

Башҡортостанда мал-тыуар һәм ҡош-ҡортто теркәү буйынса эшкә хөкүмәт ултырышында баһа бирелде. Республикала был эш 2018 йылдан алып барыла. Ветеринария буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле системала 838 мең һыйыр малы, 568 мең сусҡа, 10 миллион ҡош-ҡорт, 108 мең йылҡы теркәлгән. Ошо эш дауам итә. Киләһе йылдың сентябренә бал-ҡорттары, дөйә, мышы һәм йорт ҡуяндарының аныҡ иҫәбе булырға тейеш.