Өфөлә Генерал Рыленко урамында транспорт йөрөшө асылды

Шулай уҡ уның Пугачев урамы менән киҫешкән урынында төҙөлөш тамамланды. Эштәр "Көньяҡ ҡапҡа" проектына ярашлы алып барылды. Генерал Рыленко урамы оҙонлоғо - 1 километрҙан ашыу. - Степан Кувыкин урамына, Йәшел сауҡалыҡҡа үтеү уңайылыраҡ була. Тығындар кәмей. Октябрь районы, Нуғай, Зинин ауылдарында йәшәүселәр өсөн юл шарттары яҡшыра, - тип белдерҙе ҡала хакимиәте  башлығы Ратмир Мәүлиев.