"Башавтотранс"ҡа шундай мөрәжәғәт булған. - Күп кеше киске һәм төнгө сменала эшләй. Такси өсөн ҙур аҡса түләргә тура килә. Халыҡ һаны миллиондан артҡан ҡалала пассажир транспорты йөрөшө киске унда туҡтатылыуы дөрөҫ түгел, - тиелә унда. Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, транспорт йөрөшөн ойоштороу өсөн урындағы хакимиәт яуаплы.