Республикала 2 миллион 400 мең кешегә гриптан прививка эшләү планы ҡуйылған

Һаулыҡ  һаҡлау  министры урынбаҫары  Елена Ғәлимуллина ошо турала белдерҙе. Бөгөн вакцинаның ҙур өлөшө килтерелгән, октябрҙә яңы партиялар көтөлә. 60 йәштән өлкәндәр, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, транспорт өлкәләрендә эшләүселәр, студенттар, уҡыусылар, армияға алыныусыларға вакцина бушлай яһала.