Килешеүгә ярашлы, баш ҡала Өфөгә электр транспортын бушлай тапшыра. Өфө урамдарына барлығы 69 яңыртылған трамвай сығасаҡ. Әлегә Дәүләт Циркы туҡталышынан Пушкин урамына тиклем ике трамвай рейсҡа сыҡты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Гөлиә Родионоваға таң менән яҡтыртыу фараларын, транспорттың идара итеү ситемаһын тикшереү ғәҙәти күренеш. 18 йыл элек ул шәфҡәт туташы һәнәрен трамвай йөрөтөүсегә алмаштырған. Тәжрибәле водитель Мәскәүҙән алынған яңы трамвай руленә ултырҙы.
5-се маршрут менән Өфө урамдарына ике заманса трамвай ебәрелде. Улар Дәүләт Циркы туҡталышынан Пушкин урамына тиклем хәрәкәт итә. Килешеүгә ярашлы Мәскәүҙән Өфөгә трамвайҙар бушлай тапшырыла. Барлығы республика юлдары 69 трамвай менән тулыланасаҡ.
Өфө электр транспортын яңыртыуҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шәхсән контролдә тота. Өфө трамвай паркын модернизациялау маҡсаты ҡуйыла. Киләһе йыл яҙ айҙарында электр поезд юлдарын тәртипкә килтереү планлаштырылв.
Мәскәү трамвайҙары кондиционер, мейестәр һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Иркен вагондар 60 пассажирҙы һыйҙыра ала . Халыҡ яратып йөрөгән трамвайҙар йыл аҙағына Өфөнөң көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәренә лә ебәреләсәк
Флорида Ким