Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә Донбасс яҡтарына. Бөгөн иртә менән «Өфө-Арена» эргәһендәге майҙандан бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Уларҙың барыһы ла мобилизация буйынса Ватан һағына баҫҡан. Хәрби комиссариат, ҡала хакимиәте вәкилдәре үҙ сығыштарында ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләне. Хәрбиҙәрҙең күбеһе дүртенсегә отпускыла булған. «Тыуған яҡта ғаилә янында булып көс йыйған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәренә федераль түләүҙәр менән бергә йылына 3 миллион 725 мең һум аҡса түләнә. Хәрби комиссариат вәкилдәре билдәләүенсә, яугирҙарҙы отпускыға алып ҡайтыуҙа транспорт мәсьәләһен хәл итеү, гуманитар ылау менән тәьмин итеү, ғаиләләренә хәстәрлек күрһәтеү буйынса күп яҡлы ярҙам ҡаралған.