Унда Өфө сәнғәт училищеһы, Муха студияһы һәм Башҡортостан киностудияһы инде. Проект Башҡортостан Башлығы ҡушыуы һәм ярҙамы буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Кластерҙың уҡытыу-етештереү базаһы Өфөнөң вуз-ара кампусында урынлашты. Майҙансыҡҡа «Анимация» йүнәлеше буйынса уҡыған студенттар шөғөлләнә аласаҡ. Тәүге дәрестәре башланған да инде. Кластер һәм унда булдырылған шарттар студент саҡтан уҡ йәнһүрәт эшләүҙә ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк. Муха студияһы менән Башҡортостан киностудияһын ижади проекттар бәйләй, былтыр улар «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмын тәҡдим иткәйне.