Радий Хәбиров Максим Забелинды Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Максим Васильвич Забелин 1979 йылда Курск өлкәһендә тыуған, Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамамлаған. 2003-2009 йылдарҙа Оборона министрлығының медицина структураларында, Мәскәү дауаханаларында эшләй. Ябай хирургтан Милли медицина тикшеренеү радиология үҙәгенең генераль директоры урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үтә. Башҡортостандың Премьер-министры урынбаҫары - Һаулыҡ һаҡлау министры була. 2022-2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡара. Максим Забелин Пирогов, Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән.