Подрядсы ойошма инженер коммуникацияларын күсереү эшен тамамлаған. Бөгөн улар буласаҡ юлдың нигеҙен нығыта. Алты саҡрым самаһы муниципалитет-ара юл республика кимәлендәге әһәмиәтле объект исемлегенә ингән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Муниципалитет-ара әһәмиәтле юл төҙөлөшө ойошҡанлы бара. Эшсе ҡулдар ҙа етерлек, техника ла яңы. Сеймал менән дә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Өҫтәүенә, эштең ырауына һуңғы аҙна-ун көн торған аяҙ көндәр ҙә булышлыҡ итә.
Ауырғазы районы үҙәге аша урау юл төҙөлөшө Талбазы ауылын ауыр йөк машиналарынан бушатыу менән бергә, Дәүләкән яғына юл ваҡытын да күпкә ҡыҫҡартасаҡ.
Атап әйткәндә, юл төҙөлөшө барышында бер нисә урында газ һәм һыу үткәргестәрен үҙгәртеп ҡорорға тура килгән. Тимер-бетон һыу үткәргес торбалары биш участкаға һалынған. Шулай уҡ юғары вольтлы бағаналар ҙа күсерелә. Ғөмүмән, яңы трасса талбазылар өсөн икеләтә ҡыуаныслы.
Рулдәгеләр өсөн дә ҡулай. Сөнки Талбазы ауылы аша урау юл Дәүләкәнгә тура барып етергә мөмкинлек бирә. Объект төҙөлөшө 2027 йылға тиклем билдәләнеүгә ҡарамаҫтан, подрядсы ойошма эште ваҡытынан алдараҡ тамамларға ниәтләй
Азат Ғәлиуллин