«Өфө» аэропорты хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә һәм Курск өлкәһенә гуманитар ярҙам йыйған. Бысҡы, гигиена кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, экипировка хәрбиҙәрҙең һорауҙарын иҫәпкә алып тупланған. Акцияға аэропорт хеҙмәткәрҙәренең башланғысы буйынса ойошторолған.
Курск өлкәһендә зыян күреүселәргә ярҙам итергә теләүселәр 6 октябргә тиклем йылы кейем, аяҡ кейемдәре, йоҡо һәм гигиена кәрәк-яраҡтары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек килтерә ала. Әйберҙәрҙең яңы булыуы мөһим. Өфөлә посылкаларҙы «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре ҡарамағындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына тапшырырға мөмкин.