Республика мәктәптәрендә 237 стоматология кабинеты эшләй

Уларҙың 110-ы һуңғы биш йыл эсендә асылған. Теш табибы кабинеттары селтәрен булдырыу тәҡдиме менән 2019 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Иницатива «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Балалар хәҙер теш табибынан ҡурҡмай. Диләнең мәктәпкә уҡырға килгән ваҡыты белем усағында стоматология кабинетының тулы ҡеүәттә эшләп китеү осорона тура килә. Ҡыҙ әле дүртенсе класта. Йылына бер нисә тапҡыр табипҡа күренеп тора.

Тештәрҙе таҙартыу өсөн кәм тигәндә ике минут кәрәк. Был хаҡта мәктәп стоматологы һәр ҡабул итеүҙә иҫкә төшөрә. Бынан тыш, кластарға йөрөп сәләмәтлек дәрестәре лә үткәрә, унда малай-ҡыҙҙар менән теш гигиенаһы буйынса әңгәмәләр уҙғарыла. Бүздәк ауылының 2-се мәктәбендә 963 уҡыусы белем ала. Теш дауалауҙан тыш, белем усағында педиатр ҙа ҡабул итә. Процедуралар өсөн дә айырым бүлмә ҡаралған.

Сәләмәт тормош ҡағиҙәләре бала саҡтан уҡ тәрбиәләнә, тигән фекерҙә Өфөләге 8-се мәктәп етәкселеге. Белем усағындағы стоматология кабинетына быйылғы уҡыу йылы башланыу менән лицензия бирелә. Хәҙер мәктәптә уҡыған 700-ҙән ашыу малай-ҡыҙ уҡыуҙан һорап йөрөмәйенсә тештәрен дауалау мөмкинлегенә эйә. Стамотолог көнөнә тотош класты ҡабул итә ала. Яңы һәм заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған кабинет махсус клиникаларҙан ҡалышмай һәм аҙнаһына өс көн эшләй.

Башҡортостан Рәсәйҙә мәктәп стоматологияһы хеҙмәте эшләгән алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Республикала мәғариф ойошмаларында 237 стоматология кабинеты эшләй, уларҙың 110-ы «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле нигеҙендә асылған. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса ғәмәлгә ашырыла. Киләһе йыл тағы 16 мәктәптә стоматология кабинеты асыу күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова