Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында «Ашҡаҙар» радиоһының икенсе аллеяһы барлыҡҡа килде

Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында икенсе аллея барлыҡҡа килде. Тәүгеһе - «Ашҡаҙар» радиоһы аллеяһына 2013 йылдың октябрендә нигеҙ һалынһа, Ҡаһым түрә исемен йөрөткәне ошо көндәрҙә сафҡа инде. Акцияла радио хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.

«Ашҡаҙар» радиоһы менән Айыусы ауылын күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Радионың 15-се ижад миҙгеле уңайынан ойошторолған осрашыуҙар Стәрлетамаҡ районынан башланды. Рим Йәнғужин исемендәге мәктәп уҡыусылары радио хеҙмәткәрҙәре сығышын, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәковтың ҡурай моңдарын тыңлап кинәнде, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлсинә Мөхәмәҙиева менән бергәләп йыр башҡарҙы.

«Ашҡаҙар» радиоһы әҙерләгән бүләктәрҙе алыу өсөн ҡатмарлы викторина һорауҙарына яуап бирергә кәрәк булһа, өлкән мөхәррир, билдәле яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың автографлы өр-яңы китабын хәҙер һәр уҡыусы китапханан алып уҡый ала.

Айыусы - тарихи ауыл. Бында 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктарының береһен етәкләгән Ҡасим Мырҙашев, билдәле тарихсы-этнограф Рим Йәнғужин тыуған, башҡорт халыҡ йыры «Ашҡаҙар» ошо ерлектә яралған. «Йәшел Башҡортостан» акцияһына йыйылыусылар һәйкәлдәргә сәскәләр һалды. Артабан мәсет ҡаршыһында 25 йүкә ағасы ултыртты.

Ҡаһым түрә аллеяһы үткән һәм хәҙерге батырҙар ҡаһарманлығына тере һәйкәл булып ҡалҡты. Берҙән, ул иҫтәлек һаҡалһа, икенсенән, ил һағында хеҙмәт иткән яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен ҡайтыуын теләп тора. Бөгөн Айыусы ауыл советы биләмәһенән генә егермегә яҡын ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Был көндө Айыусы ауылына йыйылған йөҙәрләгән кеше бер теләк менән янды. Акцияла ҡатнашыусы «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре лә ҙур сәхнәнән зәңгәр күк, йәшел ер һәм үлемһеҙ йырҙар теләне.

Рәйсә Абдуллина