Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылышта 4 меңдән ашыу егет армияға алына

Мотлаҡ саҡырылыш буйынса саҡырылғандар  махсус хәрби операцияла ҡатнашмай. Илдә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы 31 декабргә тиклем дауам итә. Быйылдан повестка 18 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләргә тапшырыла.