Стәрлетамаҡта яңы “Башҡорт ихаталары” барлыҡҡа килде

  Элеватор, Имай Насыри урамдарында һәм Октябрь проспектында йорт алдары яңыртылған. Унда яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, эскәмйәләр яңыртылған, тротуарҙарға асфальт һалынған, бордюрҙар алмаштырылған. Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Һуңғы биш йылда 6 миллиард ярым һумға 1 мең 300-ҙән ашыу биләмә төҙөкләндерелгән.  Быйыл 33 хакимиәттә 143 ихата тәртипкә килтерелә.