Республика табиптары Донбасҡа ярҙам итә

Балалар хирургы Рима Әлибаева махсус хәрби операция башланғас, 2022 йылда беренселәрҙән булып алғы һыҙыҡҡа юллана. Әле табип  Красный Луч дауаханаһында кескәй пациенттарҙы ҡабул итә. Был уның Луганск Халыҡ республикаһына сыҡҡан унынсы командировкаһы. “Сирлеләр һаны арта. Көн һайын 40-50 бала ҡабул итәбеҙ, төрлө патология менән киләләр.”, - ти белгес. Рима Әлибаева Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Лука Крымский миҙалына лайыҡ була.