Өфөләге Матбуғат йортонда көн һайын өмә ойошторола. Унда матбуғат баҫмалары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн селтәрҙәр әҙерләй. “Ил һағында торған хәрбиҙәребеҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһын. Һәр төйөндө бәйләгәндә изге теләктәр әйттек”, - ти коллегаларыбыҙ.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Маскировка селтәрҙәре махсус операция биләмәһенә барған коллегаларыбыҙ аша яугирҙарға ебәрелә”, - ти республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Юлдаш” радиоһы яугирҙарға даими ярҙам итеп тора. Стәрлетамаҡта үткән “Беҙ бергә!” йыр фестивале барышында ир-егеттәргә кәрәк-яраҡ әҙерләү өсөн аҡса тупланды. Майҙа “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре өсөн квадрокоптер һатып алынды.