Октябрҙән күп балалы ғаилә таныҡлығын электрон формала рәсмиләштерергә була. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, документ порталда һәм дәүләт хеҙмәттәре ҡушымтаһында раҫланған иҫәп яҙмаһы менән ғаилә ағзаларының шәхси кабинетында күрһәтелә, унда QR-код ҡуйыла. Күп балалы ғаилә таныҡлығын юллау өсөн ғаризаны күп функциялы үҙәк офистарында, республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалында, йәки дәүләт хеҙмәттәре аша ҡалдырырға була.