Өфөлә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм Санкт-Петербургтың закондар сығарыу йыйылышы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы, парламент-ара бәйләнештәр яңыртылған юл картаһы буйынса төҙөлә.
Закон проекттары, хоҡуҡи система ҡануниәте мониторингы һөҙөмтәләре менән алмашыу, Дәүләт Думаһында ҡануни башланғыстар өлкәһендә берлектә эш итеү ҡаралған. Ҡабул ителгән закондар һөҙөмтәлелегенә анализ яһау буйынса осрашыуҙар ҙа ойоштороласаҡ. Килешеү документының һәр пунктын тормошҡа ашырыу бурысы ҡуйылған, ошоға бәйле Башҡортостан парламенты менән хеҙмәттәшлек буйынса яуаплы итеп Санкт-Петербург закондар сығарыу йыйылышынан бер депутат тәғәйенләнгән. Рәсми делегация Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай эшмәкәрлеге менән дә танышты, республика парламенты тарихы музейы, ултырыштар һәм Башҡортостандың дәүләт символикаһы залдарына экскурсия уҙғарылды.
Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Санкт-Петербургтың закондар сығарыу йыйылышы рәйесе Александр Бельский депутаттар менән бергә Өфөнөң иҫтәлекле урындарында ла булды. Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалынды. Александр Николаевич тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса Башҡортостанда ҙур эштәр башҡарылыуын билдәләп үтте.