Өфөлә ҡырҡылған урмандар урынына яңы үҫентеләр ултыртыла

Был турала Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе Руслан Хәйруллин белдерҙе.

Әле Өфөлә күләмле өс инфраструктара проекты тормошҡа ашырыла, улар инженер селтәрҙәре һуҙыу, йәғни газ, һыу, канализация һуҙыу менән бәйле. Эш барышында 30 гектар тирәһе ағасты ҡырҡырға тура килә. Әммә Руслан Хәйруллин әйтеүенсә, ҡырҡылғандары урынына Өфөнөң төнъяҡ өлөшөндә яңы үҫентеләр ултыртыу ҡаралған. Был бурыс коммуникация селтәрҙәрен һуҙған компаниялар иңенә ята. Бөтәһе 150 меңгә яҡын ылыҫлы ағас ултыртыла.

Өфө йылдан йыл үҫә, ҙурая, заманса биҫтәләр ҡалҡып сыға. Был үҙ сиратында яңы инфраструктура объекттарын сафҡа индереүҙе, инженер селтәрҙәре һуҙыуҙы талап итә. Төҙөлөш барышында урмандар зыян күрә, әммә беҙ ҡырҡылған ағастар урынына 2-3 йәшлек ылыҫлы үҫенте ултыртырға ниәтләйбеҙ. Өфө йәшел ҡала статусын һаҡларға тейеш

Руслан Хәйруллин, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе