Республикала һөнәри байрамдары алдынан иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде

Исемлектә мәктәп-колледждар, туған тел һәм полилингваль белем биреү усаҡтары уҡытыусылары ла бар ине. Йәмғеһе 100 белгес 50 меңешәр һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Тантана залынан БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова репортажы.

Педагогтар гимнына әүерелгән йырҙа уҡытыусы һөнәренең асылы ярылып ята. Бәләкәй йөрәктәргә һүнмәҫлек ҙур дәрт, оло маҡсаттар һәм бурыстар һалған белгестәр улар. Был һөнәрҙә осраҡлы кешеләр юҡ, сөнки балаларҙы уҡытыуға бөтә күңелде һалып эшләү талап ителә. Уҡытыусылыҡ яуаплы ғына түгел, ҡатмарлы ла өлкә.

Үҙ һөнәрен яратҡанға ла, уҡытыусылар һәр саҡ камиллаша, яңынан-яңы уҡытыу ысулдары уйлап таба. Бигерәк тә туған тел уҡытыусылары үҙ милләтенең лайыҡлы йәш быуынын тәрбиәләүгә көс һала. Балаларҙа туған тел, әҙәбиәт, мәҙәниәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Башҡорт, рус, татар, сыуаш, мордва һәм башҡалар - республикала төрлө милли телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар бар.

Телһөйәр балалар тәрбиәләүҙә ата-әсәләр һәм уҡытыусыларҙың бергә эшләүе зарур. Ни тиһәң дә, туған телдә аралаша белеү-белмәү ғаиләнән килә.

Тантанала полилингваль мәктәп уҡытыусылары ла бүләкләнде. Белем усаҡтары республикала 5-се йыл рәттән эшләй. Ундағы предмет дәрестәре бер нисә телдә алып барыла. Был уҡыусыларҙың белем даирәһен үҫтереү, телдәрҙә ирекле аралашыу өсөн тағы ла бер ысул булып тора.

Бөгөн республикала 30 меңдән ашыу уҡытыусы иҫәпләнә. Йәш, ауыл ерендә эшләгән уҡытыусылар өсөн льготалар ҡаралған. Үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға теләгән педагогтар өсөн гранттар бүленә. Уҡытыусы - ниндәй гүзәл исем. Иң мөһиме, уларҙың исеме есеменә тура килә.

Рәзилә Ғилметдинова