Рәсми мәғлүмәткә ярашлы, быйыл илдә хәрби хеҙмәткә 133 мең кеше саҡырыла. 1 октябрҙән йыл аҙағына тиклем дауам иткән кампанияла 18 йәштән 30 йәшкә тиклем ир-егеттәр армияға алына. Башҡортостан илебеҙ Ҡораллы көстәренә бөтәһе 4 меңдән ашыу һалдат ебәрәсәк. Хеҙмәт итеү ваҡыты элеккесә бер йыл дауам итә. Хеҙмәткә яңы алынған егеттәрҙе республиканың йыйылма пунктынан октябрь уртаһында оҙата башлаясаҡтар. Йәш әрмистәр махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәйәсәк.