Интенсив курста журналистар һәм операторҙар алдында тәжрибәле белгестәр сығыш яһаны, муниципаль телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Белемде камиллаштырыу, тамашасыларға сифатлы контент әҙерләү маҡсатында ойошторолған уҡыуҙарҙа барлығы 62 муниципаль телекомпания хеҙмәткәре ҡатнашты.
«Сәләм» телеканалы ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән, ул Башҡортостандағы муниципаль телестудияларҙы һаҡлау һәм уларҙы артабан үҫтереү өсөн 5 йыл элек ойошторолдо. Төбәк телестудияһы тарафынан көн һайын ҡыҙыҡлы репортаждар, тапшырыуҙар әҙерләнә. Тамашасылар иғтибарына Башҡортостан, Рәсәй тормошо менән бәйле сифатлы контент тәҡдим ителә. Телеканалдың программаһында балаларға, йәштәргә, хужабикәләргә, өлкән быуын кешеләренә, ҡатын-ҡыҙҙарға, ир-егеттәргә тәғәйенләнгән тапшырыуҙар бар.