Быйыл илдә граждандар оборонаһы ойошторолоуға 92 йыл

“Бөгөн Рәсәйгә хәүеф янай. Был Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомствоға юғары талаптар ҡуя. Ҡотҡарыу буйынса хәрби формированиелар ҡатмарлы мәлдәрҙә халыҡҡа ярҙам күрһәтергә, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөргә, төрлө хәлдәрҙә һөҙөмтәле һәм берҙәм эшләргә әҙер. Ҡуйылған һәм мөһим бурыстар уңышлы үтәлә”, - тип белдергән ведомство башлығы Александр Куренков. Республикала 1 октябрҙә Граждандар оборонаһы айлығы башланды. “Предприятие һәм ойошмаларҙа күнекмәләр үткәрелә. Мәктәптәрҙә класс сәғәттәре, эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары һәм берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәттәрендә асыҡ ишектәр көндәре ойошторола”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт