Прокуратура элеваторҙы тикшерә

Бөрө ҡалаһы халҡы иген һаҡлау  комплексының туҙан менән һауаны ысратыуына зарланған. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология  министрлығы  вәкилдәре менән берлектә  комиссия ойошторолған. Бындағы һауа составы  анализлана, ошонан һуң  элеватор эшмәкәрлегенә баһа бирелә, тип хәбәр итәләр Республика прокуратураһынан. Башҡортостанда 34 элеватор бар, уларҙа 4 миллион тонна иген һаҡларға мөмкин.