Башҡортостан һәм Санкт-Петербург парламенттары хеҙмәттәшлек итә

Төньяҡ баш ҡала делегацияһы Өфөгә килде, ике төбәктең закондар сығарыу органы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. - Рәсәй парламентаризмы тап Санкт-Петербургтан башлана. Бында Дәүләт Думаһының тәүге ултырыштары була. Әле лә Санкт-Петербург парламенты юғары кимәлдә эшләй. Беҙ файҙалы тәжрибә өйрәнеү яҡлы, - тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев. Санкт-Петербург парламенты рәйесе Александр Бельский белдереүенсә, бөгөнгө шарттарҙа иң мөһиме  - дөйөм маҡсаттар өсөн берләшеү, тәжрибә уртаҡлашыу.